Ҡираәт
Уҡыу көйләүҙәре
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ҡираәт (ғәр. قراءة — кира’ат; рус. Кираат) — Ҡөрьәнде йола буйынса ҡысҡырып уҡыу. Ҡираәттәрҙең төрлө төрҙәре бар, улар тауыш сығарыу, әйтелеш үҙенсәлектәре, музыкаль һәм интонация төҙөлөшө, паузаларҙың темптары һәм урынлашыуы менән айырылып тора.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәп һүҙе әл-ҡираәт «уҡыу», « декламация» тигәнде аңлата. Һүҙҙең тамыры шулай уҡ әл-Ҡүрьән (Ҡөрьән) һүҙе менән тамырҙаш[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибн Мүжәһиттең ҡираәттәр тураһында хеҙмәттәренә ингән ҡираәттәрҙән хәҙерге ваҡытта ни бары өс ҡираәт кенә әһәмиәтен һаҡлай:
- Әл-Күфә ҡарыйы Әсимәнең (744 йылда вафат) Хафс тапшырған системаһы (805 йылда вафат). Әсимә ҡираәтенә Мысырҙа сығарылған Ҡөрьән нигеҙләнгән (1919, 1923, 1928 йылдар), ул мосолман ғалимдары хеҙмәте булып тора һәм барлыҡ мосолман илдәрендә лә нәшер ителә. Хәҙерге мосолмандарҙың күбеһе уны тап ошо ҡираәттә уҡый.
- Мәҙинә ҡарыйы Нәфи әл-Мәҙәниҙең (785 йылда вафат) системаһы. Нәфиҙың был системаһы Төньяҡ Африкала популярлыҡ яулай.
- Әбү Әмр системаһы (770 йылда вафат). Ғәмәлдә Судандың ҡайһы бер өлкәләрендә генә уҡыла[2].
Ҡарыйҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡөрьәндең ете данлыҡлы тасуири уҡыусыһы (ҡарыйы) :
- Нәфи әл-Мәҙәни (вафаты 785 йылда);
- Ибн Ҡасир әл-Мәкки (вафаты 737 йылда);
- Әбү Әмр ибн әл-Ғәлә (вафаты 770 йылда);
- Ибн Әмир әл-Йәхсуби (вафаты 736 йылда);
- Әсим ибн Әбү Нәжүд (вафаты 744 йылда);
- Хәмзә әз-Зәйәт (вафаты 772 йылда);
- Әбү-л-Хәсән әл-Ҡисаи (вафаты 804 йылда)[2].
Шәмсетдин Мөхәммәт ибн әл-Жәзири был исемлеккә тағы өс ҡарыйҙы өҫтәй:
- Хәләф әл-Бағдади (вафаты 843 йылда);
- Йәзид әл-Мәҙәни (вафаты 747 йылда);
- Яҡуп әл-Хәҙрәми (вафаты 820 йылда)[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 137
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Али-заде, 2007
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Резван Е. А. аль-Кира’а // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 137—138. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. Кыраа // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |