[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Ҡараған

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡараған
Ҡараған
Даммера ҡарағаны
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cotoneaster Medik., 1789

Номенклатура тибы

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  25151
NCBI  36607
EOL  29938
GRIN  2994
IPNI  103261

Ҡараған (лат. Cotoneáster) — сәнскеһеҙ ҡыуаҡтар ырыуынан, роза һымаҡтар (Rosaceae) ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Африканың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә.

Япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ: һыңар сәскәле ҡараған — тәпәш үҫемлек, бейеклеге 0,5 м тиклем, бүре емеше — йәйенке сатырлы, кейеҙ-йөнтәҫ үренделе үҫемлек, бейеклеге 2 м тиклем. Япрағы ябай, киң йомортҡа йәки эллипс формаһында, бөтөн ситле, осо осло йәки тупаҡ, уйымлы. Сәскәһе ваҡ, йәшкелт аҡ йәки алһыу төҫтә, тәлгәш йәки ҡалҡан рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше еләк рәүешле, һарғылт ҡыҙыл йәки ҡара төҫтә, осонда 2—5 төш сығып тора, авг.—сент. өлгөрә.

Асыҡ тау урмандарында, ташлы битләүҙәрҙә һәм тау тундраһында үҫкән һыңар сәскәле Ҡ. һирәкләп Белорет р‑нында, бүре емеше таулы далала, тау ҡарағайлыҡтары һәм ҡарағаслыҡтарының ваҡ ағаслыҡтарында осрай. Ҡ. составында С витамины, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Баллы үҫемлек. Бүре емеше — декоратив үҫемлек, паркта һәм баҡсаларҙа үҫтерелә. Ҡараған // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.