[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Орион (мифология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Орион
Орион үлеме
Пуссен, "Һуҡыр Орион Ҡояшты эҙләй", 1658

Орион (һ. б.-греч. Ὠρίων) — боронғо грек мифологияһында атаҡлы һунарсы, һылыулығы һәм буйы менән айырылып торған, уны алпамыша тип атағандар[1]. Орион тураһындағы сюжеттар бик буталсыҡ. Уның үлем урыны тип Беотияны ла, Делосты ла, Хиосты ла, Критты ла, Евбеяны ла атайҙар. Миф буйынса, Орион йондоҙлоғоноң барлыҡҡа килеүе уның менән бәйле[1].

Посейдон һәм Минос ҡыҙы нимфа Эвриаланың (Гесиод[2][3] һәм Ферекид буйынса) улдары [4][5].[6]

Гирийҙа тыуған[7]. Евбей Орейында тәрбиәләнә, исемен ҡала атамаһынан ала[8].Бер ваҡыт Зевс, Гермес һәм Посейдон[9])  Фив кешеһе Гириейҙа ҡунаҡта булалар. Гирией ҡорбанға үгеҙ килтереп аллаларҙы һыйлағандан һуң балаһы булмағанға зарлана. Ҡунаҡтар ҡорбандың тиреһен килтерергә ҡушалар. Хужа килтерә, улар тирене һейҙек менән тултыралар ҙа ергә күмеп ҡуйырға ҡушалар. 9 айҙан һуң унан Орион барлыҡҡа килә[10].

Посейдондан ул һыу өҫтөнән батмай йөрөү һәләтен ала (Гесиод)[4]. Сидей урмандарында һунарсылыҡ итә.[11] Гера тарафынан Тартарға төшөрөлгән Сидеға өйләнә.[10]

Хиоста Энопион ҡыҙы Меропаны яусылай. Энопион талабы буйынса Хиоста бөтә ҡырағай йәнлектәрҙе үҙенең тимер суҡмары менән юҡ итә. Ләкин Энопион никахты эшләмәй һуҙа.[12] Орион Меропты урлай ҙа уны көс менән ала. Бының өсөн Энопион Орионды һуҡырайта.

Күреү һәләтен Гелиос күккә ҡалҡҡан ергә йәйәү барып ҡайтара, уны Кедалион оҙатып бара. Кедалион Гефестың уҡыусыһы, уны Орион елкәһенә ултыртып алып бара. Орион ҡояш аллаһының нурҙарына һуҡыр күҙҙәрен ҡуя, Гелиос уға күреү һәләтен ҡайтара. Шунда уны Эос алиһә күреп ҡала һәм Орион уның һөйәркәһенә әйләнә.

Сицилияла Занкл батша өсөн Акт портын эшләй. Гесиод фаразы буйынса[13], Пелориада моронон Орион өйә, унда Посейдондың изге биләмәһен булдыра. Шунан һуң ул Евбейға йүнәлә, шунда йәшәй башлай. Үлгәндән һуң күктә тора[14].

Бер фараз буйынса, үлеме ғәләмәт ҙур саян сағыуынан була. Саянды Гея йә Посейдон ебәрә, Ориондың Плеядаларҙы баҫтырыуы уларҙың асыуын килтерә. Плейона ҡыҙҙары менән Беотиянан үтеп барғанда, Орион уларҙың артынан үҙенең эте менән ҡыуа башлай[15], ете йыл баҫтыра. Зевс ҡыҙҙарҙы йәлләп, уларҙы йондоҙлоҡтар араһына ҡуя[16] (йә биш ай баҫтыра[17], сөнки Орион йондоҙлоғо 5 ай дауамында күренеп тора).

Ориондың үҙен дә Зевс йондоҙлоҡҡа әйләндерә, ләкин күк йөҙөндә лә Орион үҙенең эте менән Плеядаларҙы ҡыуыуын дауам итә[18][19] (тәүлек әйләнәһендә ул улар артынан эйәреп йөрөй[20]).

Бер нисә версия буйынса, Орион Артемида менән бәйле. Һунарҙа Артемиданың иптәше була, ҡайһы бер варианттарҙа алиһәнең һөйәркәһе, ҡайһы бер варианттарҙа алиһә уны тиң күрмәй. Бер вариантта уны алиһәнең уғы һәләк итә, сөнки ул уны көс менән яуларға теләй. Артемиданың һөйәркәһе булғанға ағаһы Аполлон йәне көйөп, Артемиданы  алдап Орионды үлтертә тигән фараз да бар[6].

Аполлон Артемидаға диңгеҙҙә күренгән ҡара нөктәгә атырға тәҡдим итә. Ул Ориондың башы булып сыға. Артемида илап, уны йондоҙлоҡтар араһына уны ҡуя[16].

Тағы бер вариант: ул Артемида менән Критта һунар иткәндә барлыҡ януарҙарҙы юҡ итергә вәғәҙә итә, шуға Гея уға саянды ебәрә[21].

Уны Асклепий терелтеп маташа [22], ләкин Зевс уны йәшен менән һуғып үлтерә. Үлгәндән һуң Орион үҙенең исемендәге йондоҙлоҡҡа әүерелә, эте Сириус йондоҙона йәки Ҙур Эт йондоҙлоғона әйләнә, Асклепий — Змееносец йондоҙлоғо була.

Ҡәбере Танаграла (Беотия)[23]. Ҡыҙҙары Метиоха һәм Мениппа[24]. Орион — беотий батыры, уның нимфаларҙан 50 улы тыуа, шул иҫәптән Акрефей[25].

  • Fontenrose J. Orion. The myth of the hunter and huntress. — Leyde, 1981.
  • Мифтар, донъя халыҡтары. М., 1991-1992. 2. т. Т. 2. С. 262
  • Тюбе. Ф. Реаль классик һүҙлек иҫтәлектәре. М., 2001. 3 т. Т. 2. С. 501
  1. 1,0 1,1 Орион // Большая советская энциклопедия / Гл. ред. Б. А. Введенский. — М.: Советская энциклопедия, 1955. — Т. 31. — С. 193.
  2. Гесиод. Перечень женщин, фр.148а М.-У. = Псевдо-Эратосфен. Катастеризмы 32; Гигин.
  3. Палефат. О невероятном. Примечания.
  4. 4,0 4,1 Тахо-Годи А. А. Орион // Мифологический словарь / гл. ред. Е. М. Мелетинский. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — ISBN 5-85270-032-0.
  5. Первый Ватиканский мифограф I 32, 1-2
  6. 6,0 6,1 Нонн.
  7. Пиндар, фр.73 Бергк (дифирамб об Орионе)
  8. Страбон.
  9. Михаэль Майер. Убегающая Аталанта | 93 in 39
  10. 10,0 10,1 Псевдо-Аполлодор.
  11. Овидий.
  12. Парфений. О любовных страстях 20
  13. Гесиод. Перечень женщин, фр.149 М.
  14. Диодор Сицилийский.
  15. Пиндар.
  16. 16,0 16,1 Гигин.
  17. Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. — М., 2001. — Т. 3. — С. 104.
  18. [Плеяды (мифологич.) Орион (мифология)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии.
  19. [Плеяды Орион (мифология)] — Кругосвет энциклопедияһынанэнциклопедии «Кругосвет»
  20. Саплин А. Ю. Плеяды // Астрология для всех. Энциклопедия / А. Ю. Саплин. — М.: Гелеос, 2007. — ISBN 978-5-8189-0996-7.
  21. Гесиод. Перечень женщин, фр. 148а М.-У. = Псевдо-Эратосфен. Катастеризмы 32
  22. Секст Эмпирик.
  23. Павсаний.
  24. Антонин Либерал. Метаморфозы 25, 1
  25. Коринна, фр.1—2 Пейдж