[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Монотеизм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Монотеи́зм («бер аллалыҡ» —греч. μονος — бер, θεος — Алла[1]) — дини тәғлимәт буйынса диндең иң юғары формаһы; берҙән бер һәм иң юғары Илаһи затҡа табыныу менән бәйләнгән[2][3].

Монотеизм индивидуум иғлан иткән бер шәхси һәм трансцендент Аллаға (политеизмдан һәм пантеизмдан айырмалы рәүештә) һәм инклюзив — бер нисә формала йәки сағылышта Аллаға ышаныу, әгәр улар барыһы ла бер үк Алла булһа, айырым булырға мөмкин[4][5][6], инклюзив — бер нисә формала йәки сағылышта, бөтәһе лә, асылда, бер Үк Алла булыу шарты менән, Алланы йәшәй тип ҡабул итә.[7]

Монотеизмда Аллаһ тәжрибәнән ситтә аңлатып бирә алмаҫлыҡ зат, уның ҡапма-ҡаршыһы булып политеизм тора. Политеизмда аллалар шәхес булып тора[4][5][6].

Монотеизм Ибраһими диндәргә (иудаизм, христианлыҡ, ислам) генә хас[2], шулай уҡ индуизм фәлсәфәһендә,[8], сикхизм һәм башҡа диндәрҙә бар. Ҡайһы бер тикшереүселәр монотеизм бер төрлө түгел, уның эсендә теизм, пантеизм, панентеизм, деизм һәм башҡа ағымдар күҙәтелә тип иҫәпләй.[9].

Төшөнсәнең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Монотеизм» һүҙе грекса μονος (monos) — «берәү(яңғыҙ)», θεος (theos) — «илаһ» һүҙҙәренән сағыштырмаса яңы осорҙа барлыҡҡа килгән[10]. Беренсе тапҡыр ул инглиз Кембридж неоплатонигы Генри Морҙың «Илаһилыҡ Сере» (ингл. The Grand Mystery of Godliness, 1660) тигән хеҙмәтендә осрай [11].

Хәҙерге заман ийәһүдилеге ҡәтғи монотеистик дин булып тора, унда Бер Илаһтан башҡа илаһтар юҡ, уға буйһонмаған бер ни ҙә юҡ тип иҫбатлана. Әммә тарихындағы тәүге этапта йәһүдтәрҙең динен монолатрия рәүешендә булған тип һанала[12][13], ә монотеизм б.э.т. VI быуатта, йәһүдтәр Вавилон әсирлегенән ҡотолоп ҡайтҡас башланған. Монотеист йәһүдилек артабан христианлыҡ һәм ислам диндәре барлыҡҡа килеүенә нигеҙ бирә[14].

Йәһүд философы һәм дин ғалимы Моше бин Маймон (йәһ. משה בן מימון‎, ғәр. Муса бин Маймун (XII быуат) һәм башҡа йәһүд тикшеренеүселәре фекеренсә [15], монотеизм — баштан уҡ Юғары Көскә табыныуҙа өҫтөнлөк тотҡан. Башҡа культтар иһә бер илаһлыҡ идеяһының деградацияһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Шул уҡ фекерҙе ҡайһы бер хәҙерге заман ғалимдары ла хуплай [15].

Христианлыҡ Ибраһимдға барып тоташҡан, донъяларҙы һәм кешене барлыҡҡа килтергән бер Илаһҡа (монотеизм) табыныуҙы ҡабул иткән. Шул уҡ ваҡытта христианлыҡтың ҡайһы бер йүнәлештәре монотеизмға Троица идеяһын индерә : тәбиғәте менән бер үк Илаһ-Ата (рус. Бог Отец), Илаһ-Ул (рус. Бог Сын) һәм Илаһ-Изге-Рух (рус. Святой Дух) .

Троица тәғлимәте арҡаһында башҡа ибраһими диндәрҙә (йәһүдилек, ислам) христианлыҡты тритеизм йәки политеизм тип аңлау бар[16][17]. Бындай концепция христианлыҡ тарихында ваҡыт-ваҡыт ҡалҡып сығып тора [18], мәгәр был фекер Беренсе Никей соборында кире ҡағыла.

Христианлыҡ инанысының күренекле систематизаторы, абруйлы сиркәү әһеле Иоанн Дамаскин был мәсьәлә буйынса шулай яҙған:

Итак, мы называем ипостаси (Св. Троицы) совершенными, чтобы не ввести сложности в Божеское естество, ибо сложение — начало раздора. И опять говорим, что три ипостаси находятся одна в другой взаимно, чтобы не ввести множества и толпы богов. Исповедуя три ипостаси, признаем несложность и неслитность (в Божестве); а исповедуя, что эти ипостаси единосущны одна другой, и признавая в них тождество воли, действия, силы, власти и, если можно сказать, движения, мы признаем их нераздельность и то, что Бог есть един; ибо Бог, Слово и Дух Его истинно один Бог.

— Св. Иоанн Дамаскин. Точное изложение православной веры. — Москва, 1992 [1]

Шул уҡ ваҡытта христианлыҡты монотеизм тип иҫбатлаусы антитринитарийҙар Троица тәғлимәтен кире ҡаға [19].

Ислам дине нигеҙендә ҡәтғи рәүештә Бер Аллалыҡ принцибы ята. Тарих күҙлегенән ҡарағанда ислам йәһүдилек һәм христианлыҡтан һуң барлыҡҡа килгән [20]. Ҡөрьән буйынса иһә барлыҡ пәйғәмбәрҙәр мосолман (Аллаһҡа буйһоноусылар) булған. Бөтөн килеш ислам VII быуатта Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша Ҡөрьән китабы иңдерелеп, бирелгән[21]. Исламдың биш нигеҙе бар[22][23]. Беренсе һәм иң төп шарт — Шәһәҙәт, йәки Аллаһы Тәғәләнән башҡа илаһ юҡ икәненә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр уның илсеһе икәнлеген таныуҙы, шаһитлыҡ итеүҙе итеүҙе белдерә. Мәғәнәһе: „Аллаһтан башҡа һис бер илаһ юҡ. Мөхәммәт Уның ҡоло һәм Илсеһе икәнлегенә таныҡлыҡ бирәм“[24]. Был формулала исламдың төп нигеҙе  — Тәүхид, йәғни монотеизм тап үҙе бәйән ителә. Һәм, ысынлап та, бөтә ислам йолалары, бөтә доғалары, йолалары һәм байрамдары Аллаһ Берәү һәм Берҙән-бер икәнен иҫбатлауға йүнәлтелгән [25].

Тәүхид тәү сиратта политеизмды ("ширк") бөтә йәһәттән инҡар итеүҙе аңлата , ул шәһәҙәт аша бәйән ителә[26].Тәухид бөтә тереклектең раббыһы - уларҙы яралтҡан берҙән-бер Аллаһ булыуын таныу тигәнде аңлата [27]. Һәм Ул мәңгелек, Ул бөтә Ғаләмдәге процестарға идара итә. Улар барыһына ла кәрәк, ә Ул үҙе бер кемгә лә йәки нәмәгә лә мохтаж түгел. Тәухид христианлыҡтағы Троица доктринаһын, йәнәһе, улы йәки ҡыҙы бар тип раҫлауҙы, шулай уҡ йәһүдилектәге Аллаһ бер хенә халыҡты (йәһүдиҙәрҙе) өҫтөн күрә тигәнде кире ҡаға. Тәүхидтең мөһим доктринаһы - Бер Аллаһҡа ғына табыныу зарурлығы[27]Ширк — Аллаһы тәғәләгә тиңдәш тотоу - мәжүсилек. Ширк - иң оло гонаһ, бының өсөн кеше ғәфү ителә алмай. Ширк оло һәм кесегә бүленә. Ширк оло һәм кесегә бүленә. Оло ширк — Аллаһы тәғәләгә буйһонмау һәм Уға тиңдәш бар тип һанау. Кесе ширк — был монафиҡлыҡ (ике йөҙлөлөк), ундай кеше донъялыҡта үҙенә файҙа алыр өсөн динле булып ҡылана[28].

Ислам тәғлимәтенә ярашлы, Әҙәмдән алып Мөхәммәт Пәйғәмбәргә тиклем барлыҡ пәйғәмбәрҙәр ҙә хаҡ тәүхид тотҡан. Ислам үҙе иһә, Ҡөрьәнгә һәм Пәйғәмбәр Сөннәтенә ярашлы, Ибраһим пәйғәмбәр Тәүхиде хәнәфилекте тергеҙә[29][30].

Бәһаи динендә (бәһаисылыҡ, бәһаи, ғәр. بهاء ‎ — Дан) - Илаһ концепцияһы шудай уҡ монотеистик һәм трансцендент инаныслы[31]. Юғары Көс «шәхсиәтле, белеп бөтөрөп булмай торған, барлыҡ яңылыҡтар сығанағы, мәңге бар, бар нәмәне белеп тора, ҡөҙрәтле һәм һәммә ерҙә лә бар» булараҡ һүрәтләнә[32]. Юғары Көс менән кешеләр араһында бары тик Уның илселәре - пәйғәмбәрҙәр генә. Бәһаиҙарҙың фарыз доғалары асыҡтан-асыҡ монотеистик рухта[33].

  1. Религии мира: история, культура, вероучение/ Под ред. А. О. Чубарьяна, Г. М. Бонгард-Левина. — М.: Олма медиа групп, 2006. — С. 111. ISBN 978-5-373-00714-6
  2. 2,0 2,1 «Monotheism, belief in the existence of one god, or in the oneness of God; as such, it is distinguished from polytheism, the belief in the existence of many gods, and from atheism, the belief that there is no god. Monotheism characterizes the traditions of Judaism, Christianity, and Islam, and elements of the belief are discernible in numerous other religions. Monotheism and polytheism are often thought of in rather simple terms—e.g., as a merely numerical contrast between the one and the many. The history of religions, however, indicates many phenomena and concepts that should warn against oversimplification in this matter.» — Monotheism. Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 22 апрель 2013. Архивировано 4 июнь 2011 года.
  3. Лопухов А. М. Словарь терминов и понятий по обществознанию
  4. 4,0 4,1 Monotheism // Cross & Livingstone The Oxford Dictionary of the Christian Church, 1974.
    «…belief in one personal and transcendent God» Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «ODCC» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. 5,0 5,1 Теизм // Струнино — Тихорецк. — М. : Советская энциклопедия, 1976. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 25). Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «БСЭ» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  6. 6,0 6,1 Монотеизм — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  7. «Inclusive monotheism accepts the existence of a great number of gods but holds that all gods are essentially one and the same, so that it makes little or no difference under which name or according to which rite a god or goddess is invoked. Such conceptions characterized the ancient Hellenistic religions.» — Monotheism (theology) // Encyclopædia Britannica
  8. Hopkins E. W. The religions of India. — Jr. Ginn & Co, 1896. — ISBN 9781603031431.
  9. Кривушин И. В. Монотеизм // Энциклопедия «Кругосвет».
  10. Monotheism , Catholic Encyclopedia
  11. Nathan MacDonald. Early Jewish and Christian Monotheism/ The Origin of 'Monotheism'. — T&T Clark International, 2004. — ISBN 0-567-08363-2.
  12. Linda Trinkaus Zagzebski. 1.2.1 Monotheism // Philosophy of religion: an historical introduction. — Wiley-Blackwell, 2007. — С. 16. — 254 с. — (Fundamentals of philosophy). — ISBN 1405118725.
  13. Don Mackenzie,Ted Falcon,Jamal Rahman. Getting to the Heart of Interfaith. — SkyLight Paths Publishing, 2009. — С. 91—92. — 183 с. — ISBN 1594732639.
  14. Религия. Энциклопедия / А. А. Грицанов, Г. В. Синило. — М.: Книжный дом, 2007. — 960 с. — ISBN 985-489-355-3.
  15. 15,0 15,1 раввин Адин Штейнзальц, статья Авраам 2017 йыл 5 май архивланған.
  16. Беседы с раввином Штейнзальцем
  17. Ален Безансон, L’Islam 2008 йыл 21 ноябрь архивланған., Académie des sciences morales et politiques, p. 9.
  18. Tritheists, Catholic Encyclopedia
  19. Бернард К. Дэвид. Тринитаризм: определение и историческое развитие
  20. "Islam", Encyclopaedia Britannica Online 
  21. А. Али-заде. Исламский энциклопедический словарь. Дата обращения: 20 ноябрь 2010. Архивировано из оригинала 13 октябрь 2010 года. 2010 йыл 13 октябрь архивланған.
  22. Әл-Бәҡара 2:4, Әл-Бәҡара 2:285, Ән-Ниса 4:136
  23. "Столпы ислама", Encyclopaedia Britannica Online 
  24. Шахада // Религия: Энциклопедия / Сост. и общ. ред. А. А. Грицанов, Г. В. Синило. — Мн.: Книжный Дом, 2007.— 960 с.— (Мир энциклопедий)
  25. Tawhid in Oxford Islamic Studies Online 2010 йыл 20 ноябрь архивланған.
  26. Ислам: ЭС, 1991
  27. 27,0 27,1 Али-заде, 2007
  28. Kamoonpuri, S: «Basic Beliefs of Islam» pages 42-58. Tanzania Printers Limited, 2001
  29. Әл-Бәҡара 2:131—135
  30. Ханифизм
  31. James R. Lewis. The encyclopedia of cults, sects, and new religions. — Prometheus Books, 1998. — P. 66. — 595 p. — ISBN 1573922226.
  32. Shoghi Effendi. God Passes By, Bahá'í Publishing Trust, p. 139, ISBN 0-87743-020-9
  33. Momen, M. A Short Introduction to the Bahá'í Faith, Oxford, UK: One World Publications. ISBN 1-85168-209-0



Был дин тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.