[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Карлово (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карлово
болг. Карлово
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 1483
Рәсем
Рәсми атамаһы Карлово[1]
Дәүләт  Болгария
Административ үҙәге Карлово[d]
Административ-территориаль берәмек Карлово[d][1]
Халыҡ һаны 21 339 кеше (15 июнь 2024)[2],
24 642 кеше (15 июнь 2024)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 452 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Конин, Брянск, Барановичи[d][3] һәм Владимир[4][5]
Сиктәш Троян[d]
Майҙан 102 173 000 квадрат метр
Почта индексы 4300
Рәсми сайт karlovo.bg
Яуаплы Проект:Болгария[d][1]
Урындағы телефон коды 335
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Карлово[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Karlovo[d]
Карта
 Карлово Викимилектә


Карлово — Үҙәк Болгариялағы ҡала, Пловдив өлкәһенең Карлово общинаһы үҙәге.

Карлово ҡалаһы уңдырышлы тупраҡлы Стрям йылғаһы үҙәнендә, Раузалар үҙәненең нәҡ уртаһында урынлашҡан, диңгеҙ кимәленән 386 метр бейеклектә ята.

Софиянан 56 км көнсығышҡа табан һәм Пловдивтан 145 км алыҫлыҡта төньяҡта урынлашҡан.

Карлово — Васил Левскийҙың тыуған ҡалаһы.

Бында 1947 йылда механик завод булдырыла, 1949 йылда ул тракторҙар сығарыусы завод булып китә (Карловски трактор заводы).

2005 йылда ҡаланан йыраҡ урында археологтар Фракияның. баш ҡалаһын тапҡан.Әлеге мәлдә ҡаҙыуҙар дауам итә — бында фракийҙарҙың бик күп көнкүреш әйберҙәре һәм керамика ярсыҡтары табылған да инде.

Йыл Халыҡ
1985 28 411
1992 27 291
2000 26 099
2005 24 959
2010 24 132

Карлово общинаһының кметы (мэры) — община Емил Кабаиванов, община идаралығының һайлау һөҙөмтәләре буйынса ҡуйылған.

Бында алһыу (рауза) май етештерелә, ул парфюмерияла киң ҡулланыла.

Ғәмәлдә Карлово вагондар ремонтлау заводы.

Карлово туристар ял итеү урындарының береһе булып тора.

  • Сучурум шарлауығы — ҡурсаулыҡ өлөшө, ҡаланан алыҫ түгел урынлашҡан. Шарлауыҡ үҙәк Балҡан тауҙарындағы Иҫке йылға буйында , Карловоға ингән ерҙең туранан-тура алдында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге яҡынса 480 метрҙа урынлашҡан. Шарлауыҡтың бейеклеге 8 метр. Фәнни мәғлүмәт үҙәге «Болгар энциклопедияһы». Болгарияның ҙур энциклопедияһы. 6 том : [болг.]. — София : «Хеҙмәт», 2012. — P. 2269—2270. — ISBN 9789548104289.
  • Милли парк «Үҙәк Балкан»[6].
През пролетта Купена Връх
Үҙәк Балҡан

Болгарияла Үҙәк Балҡан республика милли парктарының береһе булып тора. Бейеклеге 500—2376 метрараһында тирбәлә — иң түбән нөктәһе Карлово ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан, ә иң юғарыһы — Ботев түбәһе. Милли парк территорияһында 9 ҡурсаулыҡ бар, улар 20000 гектарҙан ашыуыраҡ биләмәлә урынлашҡан. Бында Боатин,Царичина, Козя стенаһы, Стенето, Төньяҡ Джендем, Пеещи ҡаялары, Соколна, Джендема һәм Иҫке йылға ҡурсаулыҡтары булдырылған.

  • Милли музей «Васил Левски» — Апостолдың тыуған йорто. Йыл әйләнәһенә асыҡ[7].
  • Һөнәри һәм мәҙәни традициялар үҙәге «Бухаловият хан» /ҡунаҡ йорто/. Бухаловият хан убинаһы XIX быуат урталарында төҙөлгән, ҡаланың иң ҡыҙыҡ һәм матур биналарының береһе. Был йотта Васил Левски ойошторған революцион комитет ултырыштары үткән. Хәҙер туристар бында урындағы халыҡ ижадына ҡағылған ағас киҫеү оҫталары, гравер, баҡыр әйберҙәр эшлүселәр, бондарь (мискә эшләүселәр), иконалар төшөрөүселәр ижады менән таныша ала[8].
  • Архитектура — тарихи ҡурсаулығы «Боронғо ҡала». Ҡаланың иҫке өлөшөндә яҡынса 115 мәҙәниәт ҡомартҡыһы йорттары һаҡланып ҡалған. Уларҙың ҡайһы берҙәре генә хәҙерге көндә туристар өсөн асыҡ, әммә улар урамдағы боронғо йорттар торған йәшеллеккә күмелгән урамдар буйлап, үҙҙәренә ләззәт таба алалар.[9]
  • Васил Левский һәйкәле
  • Карлово ҡәлғә?е — бәләкәй генә күләмдә (500 кв.м). Ҡәлғә антик ҡомартҡыларға бай, улар IV—VI быуаттар ҡоролмалары һәм һуғыш ҡоралдары.

Һәр йыл һайын июндең беренсе шәмбеһендә (йәки майҙың һуңғы аҙнаһында) «Рауза фестивале» үткәрелә[10].

Йыл һайын Васил Левскийҙың тыуған һәм үлем көнө билдәләнә[11].

Бөйөк ураҙа алдындағы беренсе йәкшәмбелә һәр йылда төрлө райондарҙан килгән ряженыйҙар уйындары үткәрелә.

  • Бакарджиев, Георги (1899—1972) — рәссам, Болгарияның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Димитров премияһы лауреаты.
  • Лазаров, Иван (1889—1952) — болгар скульпторы, педагог, профессор, Сәнғәт милли академияһының ректоры, Болгарияның атҡаҙанған рәссамы, Болгария халыҡ рәссамы, Болгария фәндәр академияһының академигы.
  • Станчев, Христо (1870—1950) — болгар рәссамы,
  • Проданов, Христо (1943—1984) — Эверестҡа иң беренсе булып күтәрелгән болгар.