[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Каппадокия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каппадокия
төр. Kapadokya
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Центральная Анатолия[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Кесе Азия
Урынлашыу картаһы
Вид с воздуха
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Cappadocia[d]
Карта
 Каппадокия Викимилектә

Ҡаяға уйылып яһалған Учхисар (төр.)баш., ҡәлғәһе күренеше (византия һәм ғосман осоронда кеше йәшәгән)
Рим империяһы составында Каппадокия провинцияһы

Каппадокия (грекса Καππαδοκία, лат. Cappadocia, әрм. Գամիրք [Gamirk'][1]/Կապադովկիա, төр. Kapadokya, фарс. کاپادوکیه [Кападо(у)кья]) — хәҙерге Төркиә территорияһында Кесе Азияның көнсығышында антик осорҙан бөгөнгө көнгә тиклем атамаһын үҙгәртмәй ҡулланылған тарихи урын (Нәүшәһир, Кайсери, Аҡһарай һәм Нигде иле ерҙәренең бер өлөшө). Вулкандан хасил булған бик ҡыҙыҡлы ландшафт, б. э. т. I быуатта ойошторолған ер аҫты ҡалалары һәм үҙ тарихын иртә христианлыҡ осоронда башлаған мәмерйә монастырҙары менән ҡылыҡһырлана. Гөреме милли паркы һәм Каппадокияның мәмерйә ауылдары Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО исемлегенә индерелгән

Каппадокияны тәүге тапҡыр б. э. тиклем VI быуатта иртә әһәмәни батшалары Дарий I һәм Ксеркс I — Фарсы державаһы илдәренең "дахью"лары (бор. фарсы dahyu-) өс телдәге яҙмаһының береһе сифатында килеп еткән. Был исемлектә күрһәтелгән боронғо фарсы атамаһы Хаспадуйя (Haspaduya), ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, иран теленән Huw-aspa-dahyu- — "матур аттар иле"килеп сыҡҡан.

Башҡалар төбәк атамаһы лувий телендәге Kat-patuka, тимәк, был «түбәнге ил»[2]тигәндән килеп сыҡҡан тип фаразлай. Артабанғы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, «аҫҡа, аҫтараҡ» тигәнде аңлатҡан katta хетт, теленән икәне асыҡланды, ә уның лувий телендәге эквиваленты zanta[3]була. Шуға күрә был йүнәлештә һуңыраҡ яҙылған хеҙмәттәрҙә хеттса katta peda- (һүҙмә-һүҙ "[баш ҡаланан] түбәнерәк ") Каппадокия топонимын үҫтереүгә башланғыс итеп алына[4].

Геродот каппадокиялыларҙың үҙатамаһы уларға ҡарата фарсылар тарафынан ҡулланыла, тип яҙған шул уҡ ваҡытта эллиндар Каппадокияла йәшәгәндәрҙе «аҡ сүриәле» (Λευκόσυροι, левкосиры (инг.)баш.) тип атаған. Каппадокияның Флавий Иосиф яҙған тәүрат Иафет улы Мешехты бер ҡәбилә— мосх, менән тиңләштерәләр: "Башында Мосох торған мосохенлылар хәҙер каппадокийлы "[5].

Урта быуат әрмән сығанаҡтары Каппадокия ерҙәрен Гамирк (әрм. Գամիրք) тип йөрөткән, һәм башында тәүрат Гомеры торған борондан төпләнгән киммерийсылар ҡәбиләләрен күҙ уңында тотҡан[1].

Каппадокия Кесе Азия картаһында. Эллинистик дәүләттәрҙең һәм рим провинцияларының башҡа сиктәре билдәләгән

Төрлө ваҡыт осорҙарында Каппадокияның сиктәре үҙгәргән. Хәҙерге ваҡытта был исем аҫтында уның төп үҙәге аңлашыла. Өлкә Кесе Азия ярымутрауының үҙәгендә урынлашҡан, диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. Күпселек өлөшөндә был үҫемлеге юҡ тиңендәге диңгеҙ кимәленән 1000 метр бейеклектә ятҡан континенталь климатлы, һирәк йылғалы яҫы таулыҡ (яйла). Көньяҡтан ул Эржияс (3864 м, Аргей тауы) һәм Хәсәндағ (3253 м) (Тавр һырты) менән сикләнгән һәм үҙәндәр теҙмәһе булып, төньяҡҡа, Ҡызылырмаҡ йылғаһына һәм Тоз тоҙло күленә йәйелеп китә.

Каппадокияның йылғаларынан төп йылға Галис (хәҙерге Ҡызылырмаҡ) һәм мул һыулы ҡушылдығы Лик (хәҙер Кәлкит) Ирис (хәҙерге Йәшелырмаҡ). Элекке Кесе Азияның Каппадокияны уратҡан тарихи өлкәләре шундай: төньяҡтан Понт, төньяҡ-көнсығыштан — Әрмәнстан, көнсығышта Месопотамияға, көньяҡта Сүриә һәм Киликия.

Борон был ерҙәр Бөйөк Каппадокия йәки Урта диңгеҙ биләмәләре булараҡ билдәле була. Каппадокия составына әлдән-әле Ҡара диңгеҙгә сыҡҡан ерҙәр индерелә торған булған, улар Кесе Каппадокия, Понтий йәки Үрге, (тарихта улар күберәк ваҡыты менән бойондороҡһоҙ дәүләт булған үҙ аллы Понт исеме аҫтында ла билдәле булған).

Каппадокияның күп ҡалалары боронғо осорҙан билдәле һәм антик заман сығанаҡтарында телгә алына, йә булмаһа ислам баҫып алыусылары XIII быуат тирәһендә уларға нигеҙ һалған.

Классик антиклыҡ дәүерендәге Кесе Азия тарихи өлкәләре
    • Кайсери — Кесария Каппадокийская, әрм. Մաժաք (Мажак)
    • Невшехир — стар. Мускара, Нисса
    • Үргүп — Прокопион
    • Гөреме — боронғо Корама
    • Аванос — боронғо Венасса
    • Султанханы — 1229 й. билдәле
    • Гүзәлйорт — антик Гельвери
    • Ағзыҡарахан
    • Алайхан — 1292 й. билдәле
    • Оресин-Хан — XIII б. билдәле
    • Хажибекташ — боронғо Доара
    • Конья (айырым тарихи осорҙарҙа шулай уҡ Каппадокия составына ингән) — боронғо Иконион
    • Мустафапаша — боронғо Синассос
    • Аҡсарай — Каппадокия Колонияһы

Бигерәк тә антик һәм урта быуаттар Каппадокияһы, төбәк бер нисә мөһим: һинд-европа һәм һинд европалы булмаған халыҡтарҙың миграция ағымы киҫелешендә урынлашҡанлыҡтан, бай тел тарихына эйә.

Урта быуаттар Каппадокияһына һинд-европалылар (әрмән, грек)[6][7] менән һинд европалы булмағандарҙың (төрөктәр) аҡрынлап ассимиляцияһы хас.

Б. э. т. IV быуатта төбәкте Искәндәр Зөлҡәрнәй баҫып алғандан һуң, Каппадокияла урындағы халыҡтың алдынғы ассимиляцияһы йәки эллинизация осоро урынлаша. Шуға ҡарамаҫтан, антик осорҙа ла, Византия дәүерендә лә, бында грек теленең айырым формаһы — византия теле — таралған, автохтон халыҡ тулы ассимиляцияға бирелмәй. Шулай, моғайын, гректар халыҡтың өстән бер өлөшөнән дә артыҡ булмағанлыҡтан һәм агрессив лингвистик сәйәсәт үткәрмәгәнлектән, грек теле төбәктә генә лингва франкаһы була.

1071 йылдан, Манцикерт янындағы алышта еңгәндән һуң, төрөктәргә Кесе Азияға ҡапҡа асылғандан һуң, хәл ҡырҡа үҙгәрә. Күсмә төрөктәрҙең үтеп инеүе һәм уларҙың хәрби өҫтөнлөгө урындағы халыҡтың исламлашыуына, ә һуңынан күпселек халыҡтарҙың төрөктәр тарафынан йотолоуына килтерә. Шул уҡ ваҡытта күпселек гректар төрөк теленә, дөрөҫөрәге уның айырым ҡараман диалектына күсә, (ҡара: «Караманлиды»). Урта грек телендә аралашыу һәләтен һаҡлаған һирәк грек крәҫтиәндәре һөйләшенә көслө төрөк йоғонтоһо булғанлыҡтан, XX быуат уртаһына тиклем йәшәп килгән каппадокий теле үҫешкән. Милли аҙсылыҡ телдәренән карманлидтарҙы һәм катаондарҙы (Көньяҡ Катаония халҡы) билдәләргә кәрәк.

Булған мәғлүмәт буйынса, 1813 йылда, Кесария халҡының 60 %-ҡа яҡынын һаман да әрмәндәр тәшкил иткән, ә Эржияс тауы өлкәһендә 34 әрмән ауылы иҫәпләнгән[8].

Изге Георгий Победоносец

1912 й. Каппадокияла (хәҙерге Кайсери, Нигде, Аҡсарай һәм Невшехир илдәре) йәшәгән: төрөктәр — 202 927 кеше, гректар — 78 719 кеше, әрмәндәр — 39 489 кеше[9].

Империя 1919 йылда үҙгәртелгәндән һуң, төбәк Төрөк республикаһы (1923 йылдан рәсми) составында була. Административ реформа һөҙөмтәһендә төбәк бер нисә административ провинция: Невшехир, Кайсери, Аҡһарай һәм Нигде араһында бүленә. 1923 йылда Грек-төрөк халыҡ алмашыуы үткәрелгәндә, ошо ерҙә быуаттар дауамында йәшәүсе грек телендә һөйләшкән православие динендәге халыҡ был ерҙе ташлап китә, һәм төбәктә фәҡәт төрөктәр генә ҡала. Бынан тыш, төбәккә әрмәндәрҙе ҡырыу ҙа ҡағыла.

III быуатта Каппадокияла был исемдең иң хөрмәт ителгән христиан бөйөк яфа сигеүсеһе Георгий Победоносец тыуған.

Каппадокияла әрмәндәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп кенә тикшеренеүселәр әрмәндәр һәм фригийлыларға[10][11]туғандаш халыҡты Каппадокияның аҫаба халҡы тип һанай. Әрмәндәргә ҡарата Византия сәйәсәте Каппадокия тарихында мөһим роль уйнай. Төньяҡ-көнсығышта Кесе Әрмәнстан, ә көнсығышта — Бөйөк Әрмәнстан менән сиктәш булғанлыҡтан, Каппадокия элек-электән был милләттең демографик йоғонтоһон кисерә, әммә ошо ваҡыттарға ул айырыуса ҙур ҡолас ала. Византия империяһы Бағдад хәлифәлеге менән көрәш шарттарында Әрмәнстандан әрмәндәрҙе Кесе Азияға мәжбүри күсереү менән шөғөлләнә. Һәм шул уҡ һуғыш тыуҙырған ғәрәптәр яулап алған Әрмәнстандан ғәҙәти һәм етерлек интенсив эмиграция ла барған. Византия территорияһына, башлыса Каппадокияға (VII—IX бб.), шулай уҡ Месопотамияға, Киликия һәм Сүриәгә күсеү тормошҡа ашырылған. «Мәҫәлән, византия полководецы Лев 688 йылда Әрмәнстандың 25 округын бөлгөнлөккә төшөргән һәм унан Кесе Азияға 8000 әрмән ғаиләһен күсерә. 747 йылда, 751 йылда, 752 йылда әрмәндәр Мелитена һәм Кариндан (Эрзурум)»[12]Кесе Азияға күсерелә. Византия агрессияһы һәм сәлжүктәр баҫып инеүе арҡаһында килеп тыуған көсөргәнеш осоро XI быуатҡа тура килә. Мәҫәлән, 1020—1021 йылдарҙа император Василий II Ванский өлкәһенән Себастияға (Кесе Азия) 15 мең әрмән ғаиләһен күсерә. Византия императорҙары, Васпуракан, Аний һ. б. әрмән батшалыҡтарын емереп, Багратидтарға, Арцрунидтарға һәм башҡа батша һәм кенәз ырыуҙарына империя территорияһында яңы биләмәләр бирә. Византия көсһөҙләнә барған һайын, уның көнсығыш сиге буйлап, әрмәндәр йәшәгән ерҙәрҙә, шул иҫәптән Каппадокияла, был хакимдар, үҙҙәренең власын туплай.

Әрмәнстанды суҡындырыусы равноапостольный Григорий Мәғрифәтсе сығышы менән Каппадокиянан. Константинополдәге мозаика

Шуға оөшаш вассал дәүләттәрҙең береһе 1016—1020 йылдарҙа Себастияла Сенекерим батша осоронда барлыҡҡа килгән Арцрунид батшалығы була, был хаким үҙенең Васпуракан крайы халҡының өстән бер өлөшө менән бергә үҙ ерҙәрен ташлап күсеп Ҡызыл-Ирмакка күсеп китә. Был Каппадокияла барлыҡҡа килгән беренсе вассал әрмән батшалығы, уның составына Себастия, һәм шулай уҡ Понтий тауҙары һәм Евфрат араһынағы бер нисә ҡала һәм өйәҙҙәр ингән. Византия уны сәлжүктәргә ҡаршы барьер итеп ҡулланырға өмөт иткән. Әрмәндәр Сенекеримды «әрмәнстан батшаһы», шул уҡ ваҡытта Константинополь уға «патрик» титулы ғына (Византия хөкүмәт иерархияһында 11-се ранг), Каппадокия «полководецы» йәки «Каппадокия дукаһы йәки Месопотамия стратегы» титулдарын биргән[12]. Был хаким 1026 йылда вафат булғандан һуң, сәлжүктәр 1080 йылда.баҫып алғанға тиклем, уның вариҫтары дәүләт сиктәрен киңәйтеүен дауам иткән.

1045 йылда Каппадокияла Багратид батшалығы хасил була. Ул 1044 йылда, Константин Мономах батшалыҡты яулағандан һуң, уны хаким Гагик II -гә ике ҡала (йәки хатта ҡәлғә һарайы) замогы — Пиза һәм Колонпалатты бүләк итә. Гагик II үҙенең власын, Сенекерим батшаның ейәнсәре, Давид Арцруни ҡыҙы өсөн бирнә сифатында алған Кесарияға Цамндав һәм Хавартанекка йәйелдерә. Был вассаллыҡ дәүләте, Гагикты грек феодалдары 1079 йылда һәләк иткәнгә тиклем, йәшәй.

Цамндав батшалығы 1065 йылда, Карс батшаһы Абас улына, Гагикка, уның юғалған биләмәләренә алмашҡа бирелгән ваҡыттан барлыҡҡа килә. Улар Цамндав (элекке Кидн) һәм Ларисса ҡалалары була. Был дәүләт ҡоролошо византийлылар Гагикты 1081 йылда үлтергәнгә тиклем йәшәй.

Был өс әрмән батшаһынан башҡа был ерҙәргә үҙҙәренең вассалдары һәм подданныйҙары менән күп һанлы әрмән кенәз ырыуҙары күсеп килгән. Был тема буйынса Смбат Спарапет хеҙмәттәре мөһим сығанаҡ булып тора[13].

Арабский историк Абу-ль-Фарадж бин Харун отзывается об армянских поселенцах X века в Сивасе следующим образом:

« Сивас, в Каппадокии, доминировал армянами, чьё число увеличилось настолько, что они стали жизненно важными членами имперской армии. Армяне использовались в сильно укреплённых крепостях, отвоёванных у арабов в качестве часовых. Они отличались как опытные солдаты пехоты в имперской армии и постоянно боролись с выдающейся храбростью и успехом у Римлян, другими словами Византийцев. »

Византияның артабанғы хәрби кампаниялары һөҙөмтәһендә, әрмәндәрҙең Каппадокияла ла, шулай уҡ көнсығыш йүнәлештә — Киликияла ла, төньяҡ Сүриә һәм Месопотамияның таулы өлкәләрендә — тәре йөрөтөүселәр дәүләтәре ойошторолған осорға тиклем дауам иткән.

Геологик характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Учхисарҙан төньяҡҡараҡ йылға үҙәне. Тау тоҡомдарының ҡатламлы урынлашыуы яҡшы күренә

Каппадокия уникаль геологияһы менән айырыла. Үҙенең төҙөлөшөн ул 62-65 млн йылдар самаһы элек кайнозой осоронда ике ҡапма-ҡаршы тәбиғәт көстәренең эҙмә-эҙлекле хәрәкәте арҡаһында алған:

  1. Янартауҙар атылыуҙары һәм лавалар ағымы һөҙөмтәһендә уның өҫтөн туфтар һәм башҡа геологик тоҡомдары ҡаплай.
  2. Эрозиялар осоро.

Тауҙар, атап әйткәндә, урта Анатолияла Тавр тау һырттары, хасил булған осорҙа, Каппадокия уның бер өлөшө булып тора, тәрәнгә киткән ватылған урындар барлыҡҡа килә. Магма, ер өҫтөнә урғылып сығып, вулкандар барлыҡҡа килтерә, шулай итеп, Таврға параллель рәүештә яңы вулкандар һыҙаты (Эржиес, Дәүәт, Мелендиз, Кейчибойдуран, Хәсән һәм Гөллөдағ) барлыҡҡа килгән. Янартауҙар әүҙемлеге һуңғы миоцен[14]осорона тура килгән.

Лава һәм туф, рельефтың түбән урындарын тултырып, тау үҙәндәрен һәм тау битләүҙәрен тигеҙләп, таулы ил урынына яҫы таулыҡ ойошторған. Шулай һүнгән янартауҙар конустары, ҡатып ҡалған лава ағымы, һоро көл ҡатламдары һәм пирит һыныҡтары бөртөктәре барлыҡҡа килә.

Киләһе осорға эрозия һәм ашалыу хас. Ҡапыл һәм күпкә үҙгәреүсән температуралы Каппадокияның ҡырҡа континенталь климаты арҡаһында урғыла, тау тоҡомдарында ярыҡтарында барлыҡҡа килә. Һыу һәм боҙ, ҡойма ямғырҙар менән бер рәттән йылғалар йоғонтоһо (был урында үҙәндәр барлыҡҡа килтереүҙә Ҡызылырмаҡ һәм уның ҡушылдыҡтары Невшехир, Дамса һәм уларҙың ҡушылдыҡтары айырым роль уйнаған) ҡаяларҙың емерелеүенә булышлыҡ итә. Улар вулкан тоҡомдарын емерә. Ваҡыт үтеү менән вулкан тоҡомдарынан айырым ҡалҡыулыҡтар барлыҡҡа килгән.

Билдәле булыуынса, нәҡ шул рәүешле ойоштороуға һуд, йәки перибажалар (төр. Peri bacaları, «фея каминдары», — таш бәшмәктәр һәм сәйер һыҙатлы һәм формалы "таш бағана"лар төрөндәге тау тоҡомдары ҡалдыҡтары. Был тоҡом ойоштормаларының геологик киҫелеше түбәндәгесә:

Паша Бағлари Үҙәне (Пашабағ). Невшехир, Аванос, Чавушин, Гөреме милли паркы

Элегерәк базальт һәм андезиттар туф нигеҙен тулыһынса ҡаплаған, ә хәҙер (емерелеү процесы арҡаһында) уны ҡаяларҙың айырым бер өлөшөндә генә күрергә мөмкин: улар конусҡа оҡшаған туф бағаналарҙа эре блоктар («эшләпә») һымаҡ урынлашҡан. Улар аҫтында, ҡаяның һәм туфтың сиген билдәләүсе анеыҡ горизонталь һыҙыҡ күренә. Туф конустың муйынсығы ваҡыт үтеү менән яйлап нәҙегәйә, шул сәбәпле был «эшләпә» емерелә. Өҫтән яҡланмаған тау тоҡомо ҡалдыҡтары тотош емерелеп төшә. Уларҙың дүртенсел осорҙа башланған емерелеү процесы беҙҙең көнгә тиклем дауам итә[15].

Туф конустары йә тотош стена, йә айырым төркөмдәр булып ҡалҡып тора. Был ҡаяларҙың ҡайһы беренең бейеклеге 40 м-ға етә. Бындай тоҡом ойоштормалары фәҡәт Каппадокияға ғына хас: Ҡызылырмаҡ, Дамс-Чайы (көнсығышта), Невшехир-Чайы (көнбайышта) 18 километрлы территорияһы, ә көньяҡта Ойлы һәм . Кермиль тауҙары араһындағы 288 кв. м. Типик формаһы — «бәшмәк», бынан да экзотик формалары ла осрай. Шулай, Гөременың тирә-яғында Love Valley (Түбәнге үҙән, Пенистар Үҙәне, Penis Valley)[16] аңлайышлы фаллос (ҡара. илл.[17]) формаһына оҡшаған ҡая ойоштормалары бар.

Төркиәнең Эгей төбәгендә Кула ҡалаһының тирә-яғында 37,5 га майҙан биләгән, Кападоккияға оҡшатып, «Куладоккия» тип аталған өлкәһендә вулкан тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән оҡшаш урын бар.

Климаты һәм үҫемлектәр донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каппадокияла Климат уртаса континенталь, эҫе һәм ҡоро йәйе һәм һыуыҡ ҡышы менән. Ҡыш (декабрҙән февралгәсә) температура төнгө сәғәттәрҙә кире ҡиммәттәргә (0 −15…) тиклем кәмей, көндөҙ аҙ ғына ыңғай була (1-ҙән 5-кә тиклем йылы). Йылдың иң эҫе ваҡыты июндән сентябргә тиклем (төндә +15…+20-гә, көндөҙ 30 градус тирәһе). Иң ҡоро ай — август, ул осорҙа айлыҡ яуым-төшөм күләме 10 мм ғына, яуым-төшөм уртаса 3 көндән артмай. Апрель һәм май айҙарында яуым-төшөм күберәк (40-50 мм), 12-13 көн эсендә яуым-төшөм күҙәтелә.[18] Үҫемлек аҙ, әммә тупраҡ виноград үҫтереү өсөн бик яҡшы тап килә (Төркиәнең бик аҙ төбәктәренең береһе). Тау яйлаһы континенталь климаты менән айырылып торғанлыҡтан, көньяҡ иген бөртөклөләре һәм емеш ағастары үҫтереүгә уңайһыҙ һанала.

Каппадокия Бөйөк Тигран II Әрмән Империяһы власы аҫтында

Каппадокия үҙ тарихын б. э. т. 5 мең йыллыҡ башынан ала. Был осор эсендә, Хетт, Фарсы, Рим һәм Ғосман империялары һәм башҡа дәүләттәр составына сиратлап инеп һәм күп һуғыш аренаһына әйләнеп, төбәк цивилизация сатында урынлашҡан була.

У скифов между тем двое юношей царского рода Плин и Сколопит, изгнанные из отечества вследствие происков вельмож, увлекли за собой множество молодых людей и поселились на берегу Каппадокии Понтийской около реки Термодонта, заняв покоренную ими Темискирскую равнину. Отсюда они в течение многих лет совершали грабительские набеги на соседние племена, которые, договорившись между собой, заманили их в засаду и перебили.Страница Ҡалып:Шаблон:Оригинальный текст/styles.css не имеет содержания.

Юстин, «Эпитома сочинения Помпея Трога „История Филиппа“»

Тәүратта Каппадокия менән бәйле ҡайһы бер тарихи ваҡиғалар һүрәтләнгән: мәҫәлән, Каппадокия вәкилдәре соборҙа торғанда, апостолдарға Изге Рух (Тәүрат, иИге апостол ғәмәлдәре, гл. 2, 8-9-сы ст.), Каппадокия шулай уҡ башҡа яҙмала ла телгә алына: Пётрҙың Беренсе мөрәжәғәтнамәһе, гл 1, ст. 1

Б. э. т. 302 йылда, әрмәндәр ярҙамы менән файҙаланып, Ариарат II македон полководецы Аминтаны ҡыйрата, һәм гректар ғәскәрен ҡыуып, һаман да Сәләүкиҙәр йоғонтоһо зонаһында ҡалһа ла, биләмә тергеҙелә. Каппадокия, ысынбарлыҡта бойондороҡһоҙ булһа ла, тәүге әҙер понтий батшалары власын таный. ике дәүләт араһында һуңғы бүленеш яҡынса б. э. т. 255 йылға, Ариарат III батша титулын ҡабул иткәс, була[20].

Б. э. т. III быуат башына Каппадокия Страбон исемдәрен һаҡлап ҡалған 10 провинцияға бүленә. Уларҙың бишәүһе Таврҙа: Мелитена, Катаония, Киликия, Тианитида һәм Гарсавритида. Башҡа биш атама: Лавинсена, Саргаравсена, Саравена, Хаманена һәм Моримена.

Тәҡүәле Ариарат III б. э. т 193 йылда Антиох менән берлектә римлеләргә ҡаршы һуғышта ҡатнаша, һәм Сүриәгә һалынған контрибуцияның бер өлөшөн түләргә тейеш була. Шул ваҡыттан алып ул пергамлыларҙың һәм римлеләрҙең тоғро союздашы була. Римлеләр менән дуҫлыҡ, Тит Ливий билдәләүенсә, 189—187 йылдарҙа төҙөлгән[21]. Был Б. э. т. 182 йылда уның Понтий Фарнагы менән ыҙғышы бөтә кесе азия дәүләттәренең һуғышына алып килә. Фарнак Каппадокияға һөжүм итә, ләкин Пергамбатшалары Эвмен һәм Аттал көтмәгәндә Ариарат яҡлы булып сығыш яһай.

Был коалицияға ҡаршы көрәштә Фарнак б. э. т. 179 йылда еңелә һәм үҙе өсөн файҙаһыҙ шарттарға ҡул ҡуйырға: галаттар менән барлыҡ тиң булмаған килешеүҙәрҙе өҙә, Пафлагонияны һәм Каппадокияның баҫып алынған өлөшөн кире ҡайтарырға, шулай уҡ еңеүселәргә 1200 талант контрибуция түләргә[20].

Тит Ливий билдәләүенсә, ҡалған 160—153 йылдарҙа хәйләкәрлек һәм көс ҡулланып үҙ батшалығынан Деметрий тарафнан ҡыуылған Ариарат, Сенат ихтыяры ярҙамында тәхеткә ҡайтарыла[21]. Ариараттың үҙенең әрмән биләмәләрен яңы барлыҡҡа килгән дәүләттәргә— Бөйөк Әрмәнстанға һәм Софенаға бирергә мәжбүр була.

Ариарат IV (156—131) үлгәндән һуң сыуалыштар дәүерендә Каппадокия Понт хакимлығы аҫтында ҡала, һәм был үрҙә иҫкә алынған понтий батшаһы Фарнак I[22] әүҙем эшмәкәрлеге арҡаһында ойошторола.

Ариарат V Филопатор б. э. т. 133 йылда римлеләргә ҡаршы ихтилал башлаған һәм булған Пергамский Аристоник менән һуғыша, шул һуғышта һәләк булһа ла, рәхмәтле вариҫтары биләмәләренә Ликаония һәм Киликия ҡушыла.

Ариарат V Филопаторҙың тол ҡатыны Лаодика (Ниса?), үҙенең идара итеү ваҡытын оҙайтыу өсөн, бер-бер артлы биш улын үлтерә[22]. Б. э. т. 130—129 йылдарҙа илдәге власть ғәмәлдә, алтынсы улына Ариарат VI -ға ҡалдырылыр өсөн, уның ҡулында була. Күрше Понт батшаһы Митридат V Эвергет Каппадокияға, «сабый вариҫҡа ярҙам» йөҙөнән, ғәскәр индерә, ә аҙаҡтан уға үҙенең ҡыҙы Лаодиканы кейәүгә бирә.

Тарихсылар билдәләүенсә, илдең килем сығанағы булып ҡолдар менән сауҙа итеү торған, һәм был эште Каппадокия һәм Вифиния батшалары ойошторған. Улар үҙҙәренең «тере тауары» менән, мәҫәлән, Делос утрауындағы ҡол баҙарын тултырған[23]. Каппадокия ҡолдары тураһында Гораций, Персий, Марциал, Ювенал телгә ала

Кесе Кесе Азия 1097 йылда

Б. э. т. +. 25 0 — в 20/17 — Хаттар (Анатолия) йәшәгән, ил халҡы Хаттар

  • б. э. т. яҡынса 18 б. — хеттар баҫып алыуы
  • б. э. т. 585 йыл— мидийҙар баҫып алыуы
  • б. э. т. 363—370 йылдар — фарсылар баҫып алыуы
  • б. э. т. 350 йыл Ариарат II Каппадокия батшалығын төҙөй
  • б. э. т. 333 йыл—Искәндәр Зөлҡәрнәй баҫып алыуы
  • б. э. т. 301 йыл— Ариарат II Каппадокия батшалығын булдыра;
  • б. э. т. 93 йыл —әрмәндәр баҫып алыуы
  • б. э. 17 йылы — рим провинцияһы Каппадокия (Понт һәм Кесе Әрмәнстан менән тоташтырыла).
  • 1071 й.- Филарет Варажнуни әрмән дәүләте составына инә
  • 1087 й. — территория сәлжүктәр тарафынан яулана.
  • 1515 й. —Каппадокия Ғосман империяһына бер юлы ҡушыла.
  • 1915 й. —әрмәндәр геноциды барышында әрмән халҡын юҡ итеү.
  • 1923 й. — грек халҡын ҡыуып сығарыу депортация
  • 1919 йылдан Төркиә республикаһы. составында (Рәсми рәүештә 1923 йылдан).

Каппадокия хакимдарының исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Каппадокияның Фарсы сатраптары
  • Кесе Кир (б. э. т. 401 йылда үлә)
  • Митридат (б. э. т. 362 йылда үлә) — Каппадокия (Понтий?) Ликаония сатрабы[24] — Понтий династияһына башланғыс һалған (күрәһең, уның улы Ариобарзан, Фригия һәм Даскилейҙың билдәле сатрабы, б. э. т. 360 йылда үлгән, ә бүләһе — Понттың беренсе батшаһы Митридат I Ктист)
  • Ариобарзан, сатрап (б. э. т. 362—360 йылдар)
  • Датамн (б. э. т. яҡынса 380—362 йылдар; үҙенең нәҫел башын Отандан башлаған, ҡабырға династияһы — Понтий батшалары).
  • Ариамн (Ариарамн I; б. э. т. 362—350 йылдар)
  • Ариарат I (фарсы сатрабы: б. э. т. 350—331 йылдар)
Македония сатраптары
  • Эвмен (б. э. т. 323—316 йылдар)
  • Аминта (б. э. т. 302—301 йылдар) — наместник
Ариартидтар (б. э. т. 350-95 йй.)
  • Ариарат I (бойондороҡһоҙ батша: б. э. т. 331—322 йылдар)
  • Ариарат II (б. э. т. 301—280 йылдар)
  • Ариарамн (Ариамн II; б. э. т. 280—250 йылдар)
  • Ариарат III (б. э. т. 250—220 йылдар)
  • Ариарат IV Эвсеб (б. э. т. 220—163 йылдар)
  • Ариарат V Филопатр (б. э. т. 163—130 йылдар)
  • Ороферн Никифор (самозванец; б. э. т. 160—156 йылдар)
  • Лаодика батшабикә (Ариарат V-нең тол ҡатыны; б. э. т. 130—129 йылдар)
  • Ариарат VI Эпифан Филопатр (б. э. т. 130—116 йылдар)
  • Ариарат VII Филометор (б. э. т. 116—101 йылдар)
  • Ариарат VIII (б. э. т. 101-96 йылдар; Ариартидтар ырыуынае булмай, Митридат VI Евпатор Понтийлының улы)[20])
  • Регент Гордий (б. э. т. 101-96 йылдар)
  • Ариарат IX (б. э. т. 96-95 йылдар)
  • Ариарат VIII (икенсе тапҡыр; б. э. т. 95-86 йылдар)
Ариобарзанидтар (б. э. т. 95-36 йылдар)
  • Ариобарзан I Филороман (б. э. т. 95—62 йылдар)
  • Ариобарзан II Филопатр (б. э. т. 62—52 йылдар)
  • Ариобарзан III (б. э. т. 52—42 йылдар)
  • Ариарат X (б. э. т. 42—36 йылдар)
  • Архелай (б. э. т. 36 йыл — б. э. 17 йыл; Ариобарзанидтар ырыуынан сыҡмаған). Ҡатыны — Пифодорида

Исемлектәр:

Әрмән батшалары һәм хакимдары
  • Сенекерим Арцруни (1022—1026).
  • Давид, улы (1026—1065).
  • Атом, улы (1065—1083)
    • Абусахл, ағаһы (ҡуш хакимлыҡ ҡылғандар: 1065—1083)

1083 йыл — сәлжүктәр баҫып алыуы.

Каппадокия гректары традицион кейемендә

Христиан дине ҡабул ителгәнгә тиклем, Каппадокия эллинизация, романизацияға ла бирелмәй, төрлө империяларҙың артҡы өлөшөндә ҡала килгән. Илгә төрлө мәжүсилек культтары хас булған. Беҙҙең эраның тәүге быуаттарынан, монастырҙар киң таралыуы арҡаһында, христиан диненең төп үҙәктәренең береһенә әйләнә. IV быуатта христианлыҡҡа әһәмиәтле Троица тәғлимәтен эшләүсе, шулай уҡ Раштыуа байрамын индереүсе, готтар, әрмән һәм грузиндар мәғрифәтселәре: Вульфила, Мәғрифәтсе григорий һәм Нино Каппадокийская, иҫәпһеҙ-һанһыҙ изгеләр, шулай уҡ Бөйөк каппадокийлылар (Бөйөк Василий, Григорий Нисскийҙың һәм Григорий Дин белгесе Богослов) Каппадокиянан сыҡҡан.

Апокрифик сығанаҡтарҙа билдәле христиан изге яугир-яфа сигеүселәр изгеләр Георгий һәм Лонгинкаппадокийлылар булған.

XI—XV бб. был ерҙәрҙең халҡын исламға әүҙем ылыҡтырыу эше алып барылған.

Каппадокиялағы мәмерйә ауылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя мәҙәниәтендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мережковский, Дмитрий Сергеевич. «Смерть богов. Юлиан Отступник» — место действия
  • Иосиф Бродский. Стихотворение «Каппадокия» — о войнах Митридата
  • В Каппадокии, долина Гёреме, состоялись съёмки фильма Пазолини «Медея» с Марией Каллас в главной роли.
  • В Каппадокии состоялись съёмки фильма «Призрачный гонщик» (Ghost Rider). Фильм 2007 года, основанный на персонаже Marvel Comics.В роли гонщика снялся Николас Кейдж.
  • Согласно упорной легенде, именно странными ландшафтами Каппадокии и её пещерными домами вдохновлялся Лукас при создании пустынных ландшафтов Татуина в «Звёздные войны. Эпизод IV. Новая надежда». Более того, местные жители даже показывают места, где «происходили и сами съёмки».
  • В сериале «Спаси меня, Святой Георгий» часть событий происходит в этом регионе.

Компьютер уйындарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Каппадокия является одной из локаций в игре Assassin’s Creed: Revelations

Иҫтәлекле урындары һәм туризм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каппадокия Төркиәнең туристик үҙәктәренең береһе. Был тәбиғәт көстәре һәм кеше ҡулы менән булдырылған уникаль иҫтәлекле урындар булыуына бәйле.

Провинцияның иҫтәлекле урындарының төп төркөмдәре:

  • Янартауҙар ландшафты —Ашалыу процесында барлыҡҡа килгән ғәжәйеп формалы ҡаялар һәм тау тоҡомдары ҡалдыҡтары.
  • Мәмерйә һәм ер аҫты ҡалалары — йомшаҡ тоҡомло ҡая уйылған йәки ер аҫтында ҡырҡылып эшләнгән ауылдар.
  • Каньондар — үҙҙәре эсенә ашалыуҙың үҙенсәлекле фигураларын һәм йыш ҡына мәмерйә торлаҡтарын берләштерә.

Каппадокияның иҫтәлекле урындарының күпселеге Ургүп ҡалаһы округында урынлашҡан. Бында Гөреме, Зельве, Чавушин, Учхисар һ. б. асыҡ һауалағы музейҙар бар[25].

Каппадокияла туристик сервис Төркиәнең төп курорттары кимәлендә яйға һалынған. Бөтә төр отелдәр, усадьба тибындағы өйҙәрҙән башлап үҙенсәлекле мәмерйә ҡунаҡханаларына тиклем. Транспорт бәйләнеше — автомобиль, автобус йәки маршрут таксиҙарҙа, төп иҫтәлекле урындарға тиклем барыу мөмкинлеге бирә. Төрлө компанияларҙың бөтә ҡалаларҙа ла урынлашҡан туристик офистары, провинциялар буйлап һәр төрлө экскурсияларға йөрөтөүсе гидтар хеҙмәтен тәҡдим итә.

  • Великие каппадокийцы — Отцы Церкви
  • Каппадокийский греческий язык — считается возможно вымершим языком.
  • Караманлиды — одна из населявших Каппадокию народностей.
  • Монастыри Метеоры — другой пещерный монашеский комплекс
  • Византия
  • Греция
  • Великая Армения
  • Киликийское царство
  • Понт
  • Понтийское царство
  • Трапезундская империя
  • Кандован
  1. 1,0 1,1 Richard Nelson Frye. The History of Ancient Iran. — Verlag C.H.Beck, 1984. — P. 70.: «The position of the Cimmerians in the great power struggle between Assyria and Urartu is not easy to determine, but it seems that they moved westward against Phrygia and into Cappadocia, from whence probably the name Gomer came into the Bible and Gamirk ' in Armenian.»
  2. Coindoz, M. Archeologia (фр.) // Préhistoire et archéologie. — 1988. — № 241. — С. 48—59.
  3. Goedegebuure, Petra. The Luwian Adverbs zanta ‘down’ and *ānni ‘with, for, against’ // Acts of the VIIIth International Congress of Hittitology / A. Süel (ed.). — Ankara, 2008. — P. 299—319.
  4. Yakubovich, Ilya From Lower Land to Cappadocia (инг.) // Extraction and Control: Studies in Honor of Matthew W. Stolper / M. Kozuh (ed.). — Chicago: Oriental Institute, 2014. — С. 347–352.
  5. Иосиф Флавий. Иудейские древности. I, 6
  6. Степаненко, В. П. Государство Филарета Варажнунии // Античная древность и средние века. — Свердловск, 1975. — В. 12. — С. 86—103. Архивировано из первоисточника 9 апрель 2012.
  7. Мутафян, Клод. Последнее королевство Армении. — М.: Mediacrat, 2009. — С. 21. — 161 с. — ISBN 978-5-9901129-5-7.
  8. Кесария. www.genocide.ru. Дата обращения: 17 ғинуар 2018.
  9. Sotiriadis, George. An Ethnological Map Illustrating Hellenism in the Balkan Peninsula and Asia Minor. — London: Edward Stanford, 1918.
  10. Немировский А. А. Каппадокийцы и Каппадокия: к формированию этнополитической карты древней Анатолии // Oriens. — 1999. — № 6. — С. 5—15.
  11. Габелко О. Л. К династической истории Эллинистической Каппадокии: царский дом Ариаратидов // Античный мир и археология. — Саратов, 2009. — В. 13.
  12. 12,0 12,1 Сукиасян, Алексей Григорьевич. История Киликийского Армянского государства и права (XI—XIV вв.). — Ереван: «Митк», 1969.
  13. Смбат Спарапет. Летопись.
  14. География Каппадокии
  15. Formation of «Fairy Chimneys»
  16. Penis Valley: Малоизвестная Турция 2009 йыл 3 декабрь архивланған.
  17. Фото из Love Valley
  18. Климат и Погода в Каппадокии,
  19. M. Iuniani Iustini Epitoma Historiarum Philippicarum Pompei Trogi; accedunt Prologi in Pompeium Trogum / Post Franciscum Ruehl edidit Otto Seel. — Lipsia: In aedibus B. G. Teubneri, 1935. — P. 20.
  20. 20,0 20,1 20,2 Все монархи мира. Древний Восток. Каппадокии цари(недоступная ссылка)Ҡалып:Мёртвая ссылка
  21. 21,0 21,1 Тит Ливий. История Рима от основания города
  22. 22,0 22,1 Молев Е. В. Властитель Понта
  23. Левек П. Эллинистический мир.
  24. Все монархи мира. Древний Восток: Понта цари 2013 йыл 10 октябрь архивланған.Ҡалып:Мёртвая ссылка
  25. Пещерные города, каньоны и монастыри Каппадокии
  • Hisely, «Disp. Cappadociae historia de» (1883)
  • Ҡаралған, «Hellenici Fasti» (III, 429—438)
  • E. Meyer, «Kappadokien» (энцикл була. Груб һәм Эрша, II, 32)
  • Neslihan Asutay-Fleissig: den Kappadokiens Höhlenkirchen in Templonanlagen. 1996 Frankfurt am Main. ISBN 3-631-49656-7
  • Roberto Bixio (Hrsg.): Cappadocia — le sotterranee città. 2002 Rom. ISBN 88-240-3523-X
  • Andus Emge: den Wohnen Göreme Höhlen in von. Traditionelle Bauweise Zentralanatolien Symbolik in und. 1990 Berlin. ISBN 3-496-00487-8
  • Michael Henke: hellenistischer Kappadokien in Zeit. 2005 Münster
  • Friedrich Hild, Restle Marcell: Kappadokien (Kappadokia, Charsianon, und Sebasteia Lykandos). Tabula Byzantini Imperii. 1981 Wien. ISBN 3-7001-0401-4
  • Catherine Jolivet-Lévy: byzantines Cappadoce églises de Les. Iconographique abside de l abords ses programme Le de et. 1991 Paris. ISBN 2-222-04451-0
  • Catherine Jolivet-Lévy: La Cappadoce. Mémoire de Byzance. 1997 Paris. ISBN 2-84272-021-0, ISBN 2-271-05500-8
  • Catherine Jolivet-Lévy: La Cappadoce médiévale. 14. St.-Léger-2001 Vauban. ISBN 2-7369-0276-9
  • Catherine Jolivet-Lévy: cappadociennes Etudes. Press Pindar, 2002 London. ISBN 1-899828-48-6
  • Brigitte LeGuen-Pollet (Hrsg.): Romaine à La fin de la l époque Cappadoce jusqu’méridionale, des Ètat recherches; d. colloque actes istanbul du. Anatoliennes Etudes Français Institut d', 13. — 14. 1987 avril. 1991 Paris. ISBN 2-86538-225-7
  • Lyn Rodley: Byzantine Cappadocia monasteries of Cave. 1985 Cambridge. ISBN 0-521-26798-6
  • Jürgen Süß, Emge Andus, ед.  a.: Kappadokien — Land Höhlenkirchen Vulkane und der. 2004 Brühl, CD-ROM, ISBN 3-00-013413-1, Infos
  • Thierry Nicole: moyen Haut-en Cappadoce âge. Çavusin de la région de Les églises. Bibliothèque historique archéologique et. Bd.  102 (2 Bde.). 1983 Paris, 1994.
  • Thierry Nicole: Age de l ' au Moyen Cappadoce antiquité La. Bibliothèque tardive de l antiquité. 4 Bd. 2002 Turnhout. ISBN 2-503-50947-9
  • Thierry Nicole (Hrsg.): Cappadoce Mystérieuse. Dossiers archéologie Les d. 283 Bd. 2003 Dijon.
  • Wiemer Hanna-Enis: Die kappadokischen einer Höhlenkirche Wandmalerei. Tokalı Göreme Die in neue. 1993 Frankfurt am Main. ISBN 3-631-46260-3
  • Wiemer Hanna-Enis: den Türkei Kappadokiens in der Höhlenkirchen Spätbyzantinische in Wandmalerei. Petersberg 2000. ISBN 3-932526-70-8
  • Susanne Oberheu, Michael Wadenpohl: Kappadokien: Felsenburgen und der Ein Land das Feenkamine durch Reiseführer. GmbH on Demand Books, Norderstedt 2007, ISBN 978-3-8334-8086-7, Buchinfos
  • Каппадокияла. Путеводитель. Русс.язы. Авторы — Cuhadar Mehmet. Turkey, 2007. ISBN 975-285-108-8
  • Каппадокияла M. Бибиков Византия B.: төп йүнәлештәре үҫеше геополитик // Каптеревский уҡыу — 7. Мәҡәләләр йыйынтығы / Отв. М. ред. м. в. Бибиков: ИВИ ӨФӨ, 2008. С 5-17.