Вилюйск
Город | |||||
Вилюйск саха Бүлүү | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Ҡала башлығы |
Афанасьев Нюргустан Владимирович | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Элекке исеме |
1821 йылға тиклем — Оленск | ||||
Майҙаны |
15 км² | ||||
Бейеклеге |
110 м | ||||
Милли состав |
яҡуттар, рустар, эвенктар | ||||
Телефон коды |
+7 411-32 | ||||
Почта индексы |
678200 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
- | ||||
Код ОКАТО | |||||
Код ОКТМО | |||||
Рәсми сайт | |||||
Вилю́йск (саха Бүлүү) — Рәсәй Федерацияһындағы ҡала (1793 йылдан алып), Саха Республикаһы Вилюй улусының административ үҙәге. Вилюйск ҡала биләмәһен барлыҡҡа килтерә. Төньяҡ-көнсығыш Азия һәм Алыҫ Көнсығыштың боронғо ҡалаларының береһе булып һанала; 1634 йылда тәүге үткенсе рус казактары нигеҙ һала.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Якутскиҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 592 км алыҫлыҡта, Вилюй йылғаһының (Лена ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан.
Тарихи
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оленск
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]19-сы быуатта XVIII — XIX быуаттарҙа булған Оленск ҡалаһы Төньяҡ Боҙло океан буйында Оленёк йылғаһы тамағында урынлашҡан, йәғни Вилюйскиҙан 1000 км алыҫлыҡта булған, тип һаналған. Атап әйткәндә, 1792 йылғы Иркутск наместниклығы картаһында ҡала Оленёк йылғаһы тамағында күрһәтелгән. Әммә Оленск ҡалаһы командаһы сержантының 1794 йылғы «поход журналына» ярашлы, был ҡала Вилюй йылғаһында булған[1].
Брокгауз менән Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (1890-1907) былай тип хәбәр итә: «Оленск тип бер ни тиклем ваҡыт Вилюйск ҡалаһы йөрөтөлә»[2]. Калашников («Яҡутстан: хроника, факттар, ваҡиғалар», 2000), Лена йылғаһы һәм Оленск ҡалаһының һаҡланып ҡалған карталарына нигеҙләнеп, Оленск һәм Вилюйск - бер үк ҡала, ти[3].
Вилюйск
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вилюйск ҡалаһына 1634 йылдың яҙында Якутск бастругынан Вилюй йылғаһы буйлап яһаҡ йыйыу өсөн килгән Посник Иванов (Посник Губарь Иванов) етәкселегендәге йәнәсәй казактары нигеҙ һала. Вилюйск ҡалаһы буласаҡ ауылдың тәүге исеме — Үрге Вилюй ҡышлау, ул Вилюй йылғаһы буйындағы тәүге рус ауылы, яһаҡ йыйыу пункты һәм урыҫ казактарының Вилюй йылғаһы бассейнын үҙләштереү форпосы була.
1794 йылғы Лена йылғаһы планында Вилюй йылғаһында Оленск торама пункты күрһәтелгән дә инде.
1822 йылда Вилюйск Яҡут өлкәһендә иң ҙуры Вилюй округының административ үҙәгенә әүерелә. Ә 1930 йылда Вилюй районының административ үҙәге тип билдәләнә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 899 Рәсәй Федерацияһының 1112[4] ҡалаһы араһында [5] 375-се урында була
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вилюйск Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтенең иң төньяғында урынлашҡан. Климаты - киҫкен континенталь. Ғөмүмән, ҡыш ныҡ һалҡын; йәй ҡыҫҡа, ләкин ярайһы йылы. Иң түбән температура 1927 йылда билдәләнгән.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | −0,4 | −2 | 10,1 | 18,6 | 30,3 | 36,1 | 37,4 | 36,0 | 27,7 | 18,0 | 3,7 | −2,1 | 37,4 |
Уртаса максимум, °C | −32,2 | −25,4 | −11,7 | 0,8 | 11,4 | 21,5 | 24,8 | 20,4 | 10,3 | −3,8 | −22 | −31 | −3,1 |
Уртаса температура, °C | −35,8 | −30,4 | −18,9 | −5,6 | 5,8 | 15,4 | 18,7 | 14,4 | 5,5 | −7,5 | −25,8 | −34,5 | −8,2 |
Уртаса минимум, °C | −39,3 | −35 | −25,7 | −12,4 | 0,0 | 9,2 | 12,7 | 8,6 | 1,2 | −11,2 | −29,5 | −38 | −13,3 |
Абсолют минимум, °C | −60,9 | −58 | −50 | −40,2 | −23 | −5,3 | 0,0 | −6,3 | −15,4 | −39,8 | −52,7 | −57,9 | −60,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 11 | 9 | 9 | 12 | 24 | 39 | 50 | 38 | 35 | 25 | 20 | 13 | 285 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
Мәғәриф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала 12 балалар баҡсаһы, 3 башланғыс мәктәп, 3 урта мәктәп, бер гимназия, сәнғәт һәм музыка мәктәптәре, Вилюй техникум һәм Вилюй педагогия колледжы бар.
Экономика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала түбәндәге сәнәғәт предприятиелары эшләй:
- урман пункты;
- төҙөлөш предприятиелары;
- бетон заводы;
- арболит һәм тимер-бетон изделиелары етештереү цехы.
- Һөт заводы.
Улуста тәбиғи газ сығарыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башарин Г. П. История аграрных отношений в Якутии: Аграрные отношения с древних времен до 1770-х годов. — Арт-Флекс, 2003. — С. 49.
- ↑ Оленск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Калашников А. А. Якутия: хроника, факты, события, Часть 1. — Бичик, 2000. — С. 18.
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Московский журнал — 2014. — № 7. 2014 йыл 21 август архивланған. — ISSN 0868-7110
- Поспелов Е. М. Географические названия России. Топонимический словарь. — М.: Астрель, АСТ, 2008. — 523 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-17-054966-5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт администрации города Вилюйск 2012 йыл 20 февраль архивланған.
- Вилюйск в энциклопедии «Мой город»
- История герба Вилюйска
- Лист топографической карты P-51-004-C,D (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
- Вилюйск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ҡалып:Культурное наследие РФ список