Арагац
Алагез (река) менән бутамаҫҡа.
Арагац | |
---|---|
әрм. Արագած | |
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Тау системаһы | Әрмән таулығы |
Вулкан формаһы | Стратовулкан |
Барлыҡҡа килеү дәүере | Голоцен |
Һуңғы атылыу | билдәһеҙ |
Түбәһе бейеклеге | 4090 (4095) м [1][2] |
Сағыштырмаса бейеклек | 2143 м |
Арагац (әрм. Արագած) — Әрмәнстандың көнбайышындағы айырым бер тауҙар теҙмәһе, ул бейеклеге буйынса әрмән таулыҡтары араһында дүртенсе урында тора һәм хәҙерге Әрмәнстанда иң бейеге. Тауҙың бейеклеге 4090 метрға етә (Смитсонов институты мәғлүмәттәр буйынса — 4095 метр). Тау теҙмәһе көнсығыштан көнбайышҡа — 40 саҡрымға тиклем, ә төньяҡтан көньяҡҡа 35 саҡрымға хәтлем һуҙыла. Тау бите аҫта урман менән ҡапланған, өҫтәрәк — туғайлыҡ. Һәр төрлө юлдар Арагацты урап үтә[3].
Геология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]4 түбәһе бар, иң юғарыһы — төньяҡтағыһы (4090 м), көнбайыш бейеклеге— 4007 метр, көнсығышта — 3916 метр, көньяҡ түбәһе — 200 метр. Был бейеклектәр параметры 200 саҡрым булып, конусҡа оҡшап торалар. Түбәләр араһында тәрәнлеге 350 метр һәм киңлеге 2,5 саҡрым булған вулкан кратеры урынлашҡан. Тау теҙмәләренең бер битләүендә — 3190 м бейеклектә Кари күле ята[4]
Арагац стратовулкан булып һанала. Плиоцен һәм плейстоцен дәүеренән формалаша башлаған. Баштараҡ вулкан әүҙемлеге хәҙерге осорға тиклем дауам иткән тип иҫәпләнгән, әммә күптән түгел үткәрелгән морфологик материалды аргон даталау тикшеренеүҙәре вулкандың һуңғы тапҡыр урта һәм аҙаҡҡы осор плейстоценда урғылыуын күрһәтте. Әрмән влканологы Караханян һүҙҙәренә ҡарағанда, тау теҙмәһенең аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан иң йәш вулкан конустары 3 мең йыл элек барлыҡҡа килгән[5]. Күпселеге андезит, дацит ҡатламдарында яһалған. Ҡатып ҡалған лава ағымы көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайышҡа табан 13 км алыҫлыҡта ята.
Ер аҫтынан күп кенә һалҡын инештәр ағып сыға. Епшеклектән бар булған һыуҙар, ямғыр һыуҙары һәм шишмәләр Гехарот, Амберд, Наришд, Манташ, Гехадзор, Цахкаовит һ . б. күп кенә йылғаларҙы барлыҡҡа килтерә. Арагацтың үҙендә һәм уның итәгендә Кари, Амберд, Лесинг һ . б. күлдәр урын алған[6]
Арагац түбәһе Карсык—Ленинакан—Эривань райондарында үҙ эшмәкәрлектәрен алып барыусы ғәскәрҙәр өсөн ориентир булып торған.
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ-көнсығыш битләүендә Бюракан астрофизик обсерваторияһы урынлашҡан, төньяҡ-көнбайышында — Манташ һыуһаҡлағысы. Тау битләүенең 2140 метр бейеклегендә Амберд һарайы бар.
Арагац битләүен өйрәнгәндә, бик күп боронғо ғибәҙәтхана һәм кешеләрҙең торлаҡтарын табырға мөмкин, әммә әлегә улар бөтөнләй тиерлек өйрәнелмәгән.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арагац — Аракац, Аркадез рәүешендә лә билдәле булған, этимологияһы юғалған боронғо әрмән атамаһы, Риүәйәттәр оронимдың килеп сығышын әрмәндәрҙең патриархы Арай исеме менән бәйләп аңлата.
Тауҙың төрки атамаһы — Алагез тигәнде ала — "сыбар" һәм гез — "күҙ" тигәндән килеп сыҡҡан тип аңлаталар, ә топонимдарҙа иһә "инеш, шишмә" йәки "артылыш, тау һырттарының түбән урыны, аҡ ҡарлы башы" аңлатмаһы бирелә (Мурзаев, 1984), — былар бөтәһе лә Кавказ аръяғы тауҙарының иң бейек нөктәһе өсөн бөтөнләй тап килмәгән атама. Ләкин Әзербайжандың төньяғында теркәлгән урындағы алагез термины — "ер менән аҡ таптар" (Юзбашев, Нуриев, 1984) әллә ни ҙур түгел боҙлоҡло Алагез атамаһының мәғәнәһен тулыраҡ асып бирә [7].
Легенда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әүлиә Григорий тураһында
Арагац тауҙары менән бәйле христиан динен ҡабул итеү осоро тураһында бик күп риүәйәт һәм легендалар бар, имеш, Изге Әүлиә Григорий доғалар уҡыр өсөн, Арагац тауының иң бейек түбәһенә менгән, төндә уға күктең үҙенән төшөп торған һүнмәҫ шәмсыраҡ яҡтырта. Легенда раҫлауынса, ул шәмсыраҡ төндәрен әле лә яҡтырта, тик уны һайлап алғандар ғына күрә ала[8].
- Арагац һәм Арарат тураһында
Легенда буйынса, Арагац тауы Арараттың һеңлеһе була. Бер мәл бер-береһе өсөн өҙөлөп торған апай менән һеңле асыуланышып ҡуя. Марутасар тауы күпме генә уларҙы яраштырырға тырышмаһын, бер ни ҙә килеп сыҡмай, аҙаҡ ул асыуланып, уларҙың икеһен дә ҡарғай, һәм улар мәңгелеккә айырылалар[9].
Шулай уҡ ҡарарға
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кари
- Әрмәнстан вулкандары
- Әрмәнстан тауҙары
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арагац (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института(инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
- Volcano Live — John Search
- Peakbagger.com
- Peakware.com 2012 йыл 5 август архивланған.
- Mountain-Forecast.com
- Арагац күтәреү
Иҫкәрмәлар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Арагац // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Арагац (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института (проверено 25 июль 2012)
- ↑ Статья «Алагез» в Советской военной энциклопедии, 1932, т. 1, стр.387
- ↑ ArmStat GEOGRAPHIC CHARACTERISTIC OF THE REPUBLIC OF ARMENIA
- ↑ Volcanodiscovery.com
- ↑ Гора Арагац 2015 йыл 12 апрель архивланған.
- ↑ Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь: Свыше 5 000 единиц / Отв. ред. Р. А. Агеева. — М.: Русские словари, 1998. — С. 160. — 372 с. — ISBN 5-89216-029-7.
- ↑ «Әрмәнстан тауышы» гәзите, мәҡәлә „Арагац - Әрмәнстан ҡыйығыи 2011 йыл 14 июль архивланған.“. 11 сентябрь 2010 йыл.
- ↑ М.